Сайты Милли Татар Яңырышына бағышлана.

FAQ(часто задаваемые вопросы) об Уфимских Татарах

500 русских фамилий татарского происхождения

Уфимский Хит - парад

Европа, Tюрки, Великая Степь

Фотографии Татарских вечеров

Башкортстан мәчетләре

Сабантуй 2005

 

Транспорт.

Стәрлетамаkтың транспорт системаһы kала-ара һәм kала янындағы(автовокзал, тимер юл вокзалы) бәйләнештән, шулай уk киң таралған kалалағы йәмәғәт транспорт(троллейбус, автобус, маршрут таксилары) селтәренән һәм ғади таксиларзан тора.

Стәрлетамаk автовокзалы ( “Башавтотранс” Дәүләт унитар эшханаһы(предприятиеһы).

Ғөмуми (дөйөм) терминал: (Хозайбирзин урамы, ”Автовокзал”,”Хозайбирзин урамы-ул.Худайбердина” туkталыштары, касса: (3473)20-78-33).

Көньяк юнәлеше терминалы: (Ивлев урамы, “Колхоз базары-Колхозный рынок” туkталышы).

Калалағы автовокзал – Башkорoстандың барлыk kалалары һәм район үзәктәре, халыk-ара “Ufa” аэропорты һәм шулай уk Урал, Иpел буйы, Себер һәм Русия зур kалалары менән автобус бәйләнешендә булған шактай зур транспорт үзәге ул. Автовокзал бинаһында бәзрәф-туалеттары, кафетерий, гәзит һата торған киосктары, 2 көтөү өсөн залы бар, йүнәлештәр тураһында мәғлүмәтләре (информацияһы) башkорт һәм урыç телдәрендә бирелә; янында транспорт һәм такси туkталышы ла бар. Рейстар йөрөү йышлығы: сәғәт һайын, көн һайын, азна һайын, ай һайын, тәләп буйынса – йүнәлештәренә kарап. Кешеләрзе йөрөтә торған автотранспорт категорияләре: икеkатлы евролайн, ”Нефаз”, “Мерседес”, “Икарус”, “ПАЗ” автобустары, “Газель” микроавтобустары. Көньяk йүнәлеше терминалы автовокзалдан Салауат, Ишембай kалаларына һәм, шулай уk, Ишембай һәм Фёдоровка райондарының тораk пунктnарына арадағы туkталышы ул.

Карта(автомобиль юлдары) буйынса иçәпләнгән аралыkтары, км > йүнәлеше

1 Стәрлетамаk - Ишембай - 23 (...) > Көньяk

2 Стәрлетамаk - Салауат - 33 (31) > Көньяk

3 Стәрлетамаk - Дәүләкән - 79 (100) > Төньяk-көнбайыш

4 Стәрлетамаk - Мәләүез - 82 (...) > Көньяk

5 Стәрлетамаk - Күмертау - 100 (107) > Көньяk

6 Стәрлетамаk - Өфө(Уфа) - 117 (121) > Төньяk

7 Стәрлетамаk - Бәләбәй - 128 (293) > Төньяk-көнбайыш

8 Стәрлетамаk - Благовещен - 150 (169) > Төньяk

9 Стәрлетамаk - Абдулла (Ырынбур өлкәһе) - 151 (389) > Көнбайыш

10 Стәрлетамаk - Туймазы - 179 (280) > Төньяk-көнбайыш

11Стәрлетамаk - Сим (Cиләбе өлкәһе) - 184 (236) > Төньяk-көнсығыш

12 Стәрлетамаk - Миньяр (Силәбе өлкәһе) - 184 (241) > Төньяk-көнсығыш

13 Стәрлетамаk - Ырымбур - 214 (238) > Көньяk

Тимер юл вокзалы ( “Рәсәй тимер юлдары” Асыk акционерзар йәмғиәте Куйбышев тимер юлының Стәрлетамаk дистанцияһы).

Әгәр Һеззе беркем дә kаршы алмай, Стәрлетамағына килеп етеүзән һуң ни эшләргә? Йөрөткестән (поезтан) төшөп, алға “Стәрлетамаk” язмалы икеkатлы һоры төслө тимер юл вокзалы бинаһына барығыз. Ошо бинаһына кергәс, һезгә баштан кассирзарзан йәки йүнле кейнгән кешеләрзән kаланың теге йәки бүтән районына нисек барып етергә тураһында белешергә кәрәк. Белешергә татарса йәки башкортса ла була. Ләкин иғтибарлы булығыз, сөнки Стәрлетамаkта йәшәгән урыçтар татарса ла, башкортса ла бүтәнләй аңламайзар. Шуның өстөнә, вокзалында бөтөн язмалары гел урыçса. Тимер юл вокзалы янында троллейбус, таксилар туkталышы, ә ситкәрәк – башkа йәмәғәт транспортын ғөмуми(дөйөм) туkталышы бар. Әгәр Һез такси алырға теләһәгез, Стәрленең һәр ергә (иң йыраkта булған Шәке-Тау(Шахтау) йәки “Строймаш” райондарзан башkа) 50-60 һумдан артыk аkсаны һорауы булһа, алдатыу ул, белеп тороғоз. Һатышығыз йәки вокзалдан ситкәрәк китегез һәм такси ялланығыз.

Калалағы йәмәғәт транспорты.

Троллейбустары ( “Стәрлетамаk троллейбус идараһы” Муниципаль Унитар Эшханаһы(предприятиеһы), Кочетов урамы, 26).

Стәрлетамаkта ике троллейбус деполары бар(депо-1 һәм депо-2). Троллейбус селтәре – kалала иң таралғандарзың берһе ул. Шуға күрә kала халkының 80-85% улар белән йөрәй зә.Троллейбустарында туkталыштар тураһында хәбәре автоинформатор тигән машинаһы ярзамында ике телдә - башkортcа вә урыçса- иғлан ителә. Кондукторзары пассажирзарға урыçса ғына хезмәт күрһәтәләр. Троллейбус маршрутларының Схемасы

Автобустары. (“Башавтотранс” ДУП, Западная(Көнбайыш) урамы),

Автобус маршруттары Стәрлелә бернисә генә. Шуға күрә автобуста халыkтың бары 7-10% ғына гел йөрәй. Автобустарында туkталыштар тураһында хәбәре автоинформатор тигән машинаһы ярзамында ике телдә - башkортса вә урыçса- иғлан ителә. Кондукторзары пассажирзарға урыçса ғына хезмәт күрһәтәләр.

Маршрутлы таксилары һәм микроавтобустары (“Транспортник” ЯСЙ, Геологическая(Геология) урамы).

Стәрлелә һуңғы ваkыттарында тиз йөргән “Газель” һәм “ПАЗ” микроавтобустарынан торған шәхси пассажирзарзы ташыу селтәре барлыkkа килгән. Ошбу транспорт төрзәренең өлөшө 10-11% барзыр. Ошо микроавтобустарында туkталыштар тураһында урыç телендә генә хәбәр итәләр һәм барлыk мәғлүмәттәре-язмалары урыçса ғына.

Элемтә.

Башkортостан буйынса Стәрлетамаkkа шалтыратырға нисек була:

8...сигнал...23****** – алтыбилдәле Стәрлетамаkтағы номер

Русия(Рәсәй)зән Стәрлетамаkkа шалтыратырға нисек була:

8...сигнал...3473****** – алтыбилдәле Стәрлетамаkтағы номер

Ауропа(Европа) Берлешмәһе һәм БДБ(Бәйһез Дәүләттәр Берләшмәһе)-СНГ нан Стәрлетамаkkа шалтыратырға нисек була:

+...сигнал...7- 3473-****** – алтыбилдәле Стәрлетамаkтағы номер

Белешмәләр өсөн телефон(Стәрлелә): 24-14-70 (урыçса)

Мобиль элемтә.

~ SMS! ~

Стәрлелә Башkортостандың бына ошондай мобиль элемтә операторзары эшләйзәр:

- «БМ-Телеком» Яуаплылығы Сикләнгән Йәмғиәте операторы - «МТС-Поволжье» системаһы, http://www.bash.mts.ru, http://www.bashkortostan.mts.ru,

- «Вымпелком-Регион» Асыk Акционерзар Йәмғиәтенең Өфө(Уфа) филиалы операторы - «БиЛайн-Волга» системаһы, http://www.ufa.beelinegsm.ru,

- «МегаФон-Башkортостан» операторы - «МегаФон-Поволжье» системаһы, http://www.bashkortostan.mgsm.ru,

- «Сотовая связь Башкортостана «Сотел-Башkортостан» операторы, www.sotel.ru,

-«Смартс» операторы.

Калалағы телефон элемтәһе(Башинформсвязь).

«Башинформсвязь» дәүләт компанияһы Башkортостанда барлыk телефон уңайлыkтарын урыç телендә генә тәkдим итә. Башkорт йә татар телдәре kулланмайзар бүтәнләй. Кала картофондары kаланың һәр босмаkтарында, мөйөштәрендә бар тийәрлек, мәçәлән, туkталыш, дауахана, укыу йорт, поликлиника, сауза үзәктәрендә бар улар. Шалтыратыу өсөн 100, 120, 180 билдәле телефон карталары кәрәк була.

Калалағы урнаштырылған телефон элемтәһе. Стәрлелә барлыk халkының 90%-нда телефон элемтәһе өйөндә бар. Калала бына ошондай АТС(автоматик телефон станция)тәре эшләйзәр:

АТС-21, Строймаш, Черняховский урамы, 14 (21-44-40)

АТС-22, Элемтә Йорто, Коммунистическая(Коммунистик) урамы, 30 (22-45-20)

АТС-23, (23-78-00)

АТС-24, Элемтә Йорто, Коммунистическая(Коммунистик) урамы, 30 (24-74-47)

АТС-25, (25-25-45)

АТС-26, ВТС, Гоголь урамы, 118 а (26-45-20)

АТС-28, Сода, Салауат Юлай урамы, 13 а (28-44-22)

АТС-33, (33-31-40)

АТС-41/43, Дружба(Дуçлыk) урамы, 33

 

 

 

Sayt turında/Сайт турында/О сайте | Kontakt/Контакт | ©2005 Stәrle

Используются технологии uCoz